Ауырғазы районында 60 мең гектар майҙанда бөртөклө культуралар сәсеү күҙаллана

Урындағы эшсәндәр әле сәсеү кампанияһын графикка ярашлы алып бара. Ғөмүмән, район аграрийҙары йылдағыса ужым культураларын, иген, бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, гәрсис, көнбағыш, етен, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү маҡсатын ҡуйған. Башҡортостанда быйыл сәсеү кампанияһына 30 млрд һум аҡса бүленгән. Дөйөм алғанда республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре күҙаллана.