Өфөлә йәшәүсе Антон Марченко хәйриә марафоны иғлан итте

Уның сиктәрендә спортсы 24 майға тиклем көн һайын 20 километр араны йүгерергә бурыслы. Акцияның маҡсаты - «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн инклюзив йәйге сменалар ойоштороуға 100 мең һум аҡса йыйыу. Йүгереүсе менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Йүгереү менән 10 йыл тирәһе шөғөлләнгән Антон тәбиғәттең насар һауа торошо юҡ, тигән фекерҙә. Шуға күрә ямғыр яуһынмы, ел-дауыл сыҡһынмы - артҡа сигенеү юҡ. Ир 19 апрелдән көн һайын 20 һәм унан да күберәк саҡрым арауыҡты йүгереп үтә. Сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт, ти ул.

Хәйриә акцияһын башлағандан алып Антон 400 километрҙан ашыу арауыҡты йүгереп үткән. Бының өсөн төрлө урындарҙы һайлай, мәҫәлән, ошоға тиклем ул Өфөнөң һәр районын урап үткән. Был бер яҡтан экскурсия ла. Яратҡан хобби менән шөғөлләнеп кешеләргә ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен, ти ул. Бындай режимды Антон ЗаБег.РФ Бөтә Рәсәй ярым марафоны башланған көнөнәсә, йәғни 24 майға тиклем һаҡларға ниәтләй. Ошо ваҡытҡа тиклем йүгерергә генә түгел, 100 мең һум аҡса йыйыу маҡсаты ҡуйылған. Ситтән ҡарағанда Антон башҡа спортсыларҙан бер нимәһе менән айрылмай, үҙенең акцияһы тураһында ул социаль селтәрҙәр аша һөйләй. Йыйылған сумма «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгенең йәйге сменаларын ойоштороуға йүнәлтелә. Инклюзив сменалар үҙенсәлекле балаларға дуҫлашырға, спорт һәм ижади сараларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк. Улар өсөн ҡаланан ситкә сығып, физик күнекмәләр яһау, спортсылар һәм спорт төрҙәре менән танышыу ҙа ҡаралған.

Антондың хәйриәлек акцияһына ярҙам итергә һәм үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр ломаябарьеры.рф сайтына инеп, иғәнә ебәрә ала. Ошонда уҡ йыйылған сумманың күләмен күҙәтеп барырға ла мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова