Республикала төрлө һөнәр эйәләре дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, төрлө сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Төбәк етәксеһе тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөш өсөн рәхмәт белдерҙе.

БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙ күп тапҡырҙар алғы һыҙыҡта командировкаларҙа булып, махсус хәрби операция барышы, «Башҡортостан» полкы, башҡорт батальондарының яу юлы һәм көнкүреше менән таныштырып барҙы.