Улар буйынса 250 мең һумдан ашыу штраф һалынған. Глонасс системаһы менән портатив навигатор инспекторҙарҙың рейдтар ваҡытында иң ҙур ярҙамсыһы. Тәбиғәт һаҡсылары тәүлек әйләнәһенә внедорожникта патруллек итә, тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә километр юл үтә. Кешеләр менән осрашҡанда уларға тәбиғәтте һаҡлауҙа яуаплылыҡ тураһында иҫкә төшөрә. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә ингән. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу, шул иҫәптән асыҡ мангалда шешлек ҡыҙҙырыу ҡәтғи рәүештә тыйылған.
Быйыл Стәрлетамаҡ урмансылығында ике законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Рейд барышында инспекторҙар шулай уҡ ял базаларының береһендә лә булды. Кешеләр менән осрашыуҙа урман һаҡсылары янғын хәүефһеҙлеге менән таныштырҙы, ут менән эш иткәндә тейешле талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырҙы.