Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей парадына әҙерлек

9 майҙа Өфөнөң Октябрь проспектында Өфө территориаль гарнизон хәрбиҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары, кадеттары тантаналы маршта үтә. Тәүге репетициялар 27 мартта уҡ башланды һәм һәр кесаҙна «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдында ойошторолдо. 4 майҙа ла Октябрь проспектында репетиция киң ҡолас менән уҙҙы. 7 майҙағы Еңеү парады репетицияһын иһә Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 21 берәмек хәрби ретро-техникаһынан һәм Өфө гарнизоны ғәскәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм заманса хәрби техниканан торған механизацияланған колонна менән берлектә үткәреү планлаштырыла.

9-сы май көнөндә йыйылма оркестрҙа 165 музыкант сығыш яһаясаҡ.Еңеү әләмен, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтарын, Өфө ҡалаһы байрағын 240 уҡыусылар-Өфө кадеттары, юнармеецтар һәм шайморатовсылар майҙанға алып сығасаҡ.Еңеү парадында 2000 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, был 31 парад расчеты тигән һүҙ. Тигеҙ сафтарҙа хәрбиҙәр менән бергә юнармеецтар, кадеттар, курсанттар, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары үтәсәк. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар араһында 70 - кә яҡын махсус хәрби операцияла Ҡатнашыусы-»Башҡортостан» полкы һәм Салауат Юлаев батальоны яугирҙары ла бар.