Уларҙың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Быуындары ла нығынмаған көйө тылда фиҙаҡәрлек күрһәтеүсе геройҙар әле лә сафта.Улар илебеҙҙең һынылышлы дәүеренең тере шаһиттары. Тыл ветераны Рәсиха Нурислам ҡыҙы Сафинаның тамырҙары Шишмә районынан. Һуғыш йылдарында яралы һалдаттарға ярҙам иткән хеҙмәт ветераны хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала.
Рәсиха Сафинаға 94 йәш. Әммә ул балаларына һалышып өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Йорттоң бөтә бүлмәләрен тултырған сәскә-гөлдәрҙе тәрбиәләй. Баҡсаға һәм теплицаға күсереп ултыртасаҡ йәшелсәләрҙе лә шәхсән үҙе үҫтерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда геройыбыҙға 10 йәш була. Рәсиха Нурислам ҡыҙына үҙ тиҫтерҙәре менән бик иртә ҡул араһына инергә тура килә. Ир-уҙамандар илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлағанда, ауылдарҙа ауыр физик эште ҡатын-ҡыҙҙар һәм быуындары ла нығынып етмәгән малай-ҡыҙҙар башҡара.
Тылдағылар Еңеү өсөн алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙарҙа эшләй, фронтҡа утын әҙерләй. Уларҙың ғаиләһе Шишмә районында, Алкин ҡасабаһынан алыҫ түгел йәшәй. Рәсиха Нурислам ҡыҙы һәм уның ауылдаштары госпиталдә дауаланыусы яралыларға ярҙам итә.Үҫмер Ҡалҡаш йылғаһында һалҡын һыуҙа һалдаттарҙың ҡанлы шинелдәрен, бушлаттарын, гимнастеркаларын йыуа.
Бөйөк Ватан һуғышында уның атаһы, ағаһы, ҡустылары фронт юлын үтә.Һирәк-һаяҡ фронттан, алғы һыҙыҡтан хат-хәбәрҙәр ҙә алалар. Еңеү көнөндә яҙылған хаттар иһә Берлиндың үҙенән килә. Үкенескә күрә, Рәсиха Нурислам ҡыҙының ҡустыһы, әйләнеп ҡайта алмай, яу яланында башын һала. Һуғыштан һуң геройыбыҙ мәктәптә балалар уҡыта. Ҡаһарман ата-бабалары өлгөһөндә балаларының бөтәһе лә хәрби юлды һайлаған. Ейәнсәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Ҡәтғи тәртип һәм хеҙмәткә һөйөү әсәйебеҙҙән, ти ҡыҙы Светлана.
Рәсиха Сафина ғаиләһендә быуындар күсәгилешлеге һаҡлана. Хеҙмәт ветераны Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән ейәндәре һәм бүлә-бүләсәләре менән дә уртаҡлаша.
Гүзәл Борханова