Фиҙаҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров 70-ән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында БСТ телеканалының хәрби хәбәрселәре, шулай уҡ «Әй Йола» төркөмө музыканттары ла булды. Тантаналы саранан киләһе яҙма.
Колонна залында «Урал» көйө яңғырай... Тап башҡорт мәҙәниәтенә, халыҡ ижадына булған оло һөйөү - донъя кимәлендә танылыуҙың уңыш сере. «Әй йола» төркөмө «Һомай» хиты менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелгәйне, бөгөн коллективтың сығыштары ил төбәктәренән тыш, сит илдәрҙә лә йылы ҡабул ителә, ихтыяж юғары. Республика башлығы Указы менән талантлы музыканттар Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның да «Урал батыр» эпосын, ғөмүмән, халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫеп килгән быуын араһында популярлаштырыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тантаналы сарала ул Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән юғары исем менән бүләкләнде.
Орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр - юғары дәүләт наградаларының күп өлөшө ил президенты ҡултамғаһы менән. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре - табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре лә бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт һәм республика иҡтисады үҫешенә индергән өлөш өсөн һәр кемгә оло рәхмәтен белдерҙе.
Коронавирус осоронда ла, махсус хәрби операция башланыу менән дә аҡ халатлылар ҡыйыулығы, һөнәргә ҡарата тоғролоғо менән айырылды.
БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең эше лә юғары баһаланды. Хәрби хәбәрселәр Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Коллегаларыбыҙ күп тапҡырҙар алғы һыҙыҡта командировкаларҙа булып, махсус хәрби операция барышы, «Башҡортостан» полкы, башҡорт батальондарының яу юлы һәм көнкүреше менән таныштырып барҙы.
Гуманитар ылауҙар оҙатыу булһынмы, адреслы ярҙаммы - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Тантана барышында яугир-рәссам Артур Хәсәнов Радий Хәбировҡа «Геройҙар ере - ваҡыт йылғаһы» тип исемләнгән картинаһын бүләк итеп, мотоуҡсылар полкы шәхси составы исеменән республикала йәшәүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе
«Алда ҙур байрам көтөлә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылаясаҡбыҙ»,- тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Республика кимәлендә парад һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтәсәк. Еңеүселәр быуынының бөйөк ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтелеп, бөгөнгө геройҙар - алғы һыҙыҡта булған яугирҙарға йәнә рәхмәт һүҙҙәре лә яңғырар...
Гөлназ Хәйбуллина