Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо

Бөгөн Өфөлә «Алға-Патриот» хәрәкәте активистары Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулыуға арналған автоуҙыш ойошторҙо. Патриотик акцияла төрлө ведомстволар, ойошмалар ҡатнашты. Байрамса биҙәлгән 80 автомобиль Өфө урамдары буйлап үтте. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.

Колонна башында барасаҡ Урал мотоциклында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны вариҫтары. Улар берләшеп Еңеү патриотик ойошмаһына берләшергә ҡарар иткән.

Еңеү рухында йәшәүселәр төрлө ойошмалар, ведомстволарҙан. Бөгөн улар фронт кейемдәрендә, техникалары биҙәлгән.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған патриотик акция Еңеү паркында митинг менән башланды. Тантаналы митинг-концертҡа һуғыш балалары, баш ҡаланың почетлы граждандары саҡырылған. Онкология өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Рәшит Баҙыҡовҡа 11 йәштән колхозда эшләргә, өлкәндәр менән бер рәттән тырышырға тура килгән.

Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм Мәңгелек ут мемориалына сәскә һалды.

Автоуҙыш колоннаһында 80 автомобиль.Акцияла ҡатнашырға теләгән һәр кем үҙенең шәхси автомобилендә килгән. Улар араһында иң өлкәне- Газ 69. Раритет өс машинанан йыйып алынған.

Колонна Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап - Комаров урамынан, Октябрь проспекты аша юл алды. Газ -69 автомобилендә барыусылар баш ҡала урамдарын Еңеү рухындағы йырҙар менән биҙәне.

Автоуҙышты ҡала урамдарындағылар ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Светофорҙа туҡтап торған арала дәртле көйҙәр яңғыраны. Шайморатов генерал, Еңеү көнө, Катюша...

Ветерандарға тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт белдереү һәм совет халҡының ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеү маҡсатындағы акция флешмоб менән тамамланды.

Рәмилә Исмәғилева