Рәсәй-Ҡытай ғалимдары яңы асыш алдында. Өфө вуз-ара студенттар кампусында ике яҡлы хеҙмәттәшлек нигеҙендә инфарктҡа ҡаршы дарыу уйлап сығарыла. Ул миокард инфарктынан һуң аяҡҡа баҫҡан пациенттарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн генә түгел, ә хәүеф кимәлен дә кәметәсәк. Молекула нигеҙендә эшләнгән яңы дарыу йөрәк функцияларын һаҡларға мөмкинлек бирә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Был ҡоролма ҡан тамырҙарын, ҡан баҫымын тикшерергә мөмкинлек бирә. Урал Низаметдинов ике йыл дауамында үҙенсәлекле һәм уникаль проектта лаборант-тикшеренеүсе. Ул бер төркөм ғалимдар менән берлектә иң йыш осрай торған ауырыуҙарҙың береһе - инфарктҡа ҡаршы тороусы дарыу сығарыу өҫтөндә эшләй.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары - үлем осраҡтарының төп сәбәпсеһе. Рәсәй дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә яршалы, йыл һайын инфаркт 700 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙә. Сиргә ҡаршы тороусы яңы химик бәйләнеште булдырыу өсөн бер нисә төр молекулаларҙы берләштереп ҡарайҙар. Улар тәүҙә күҙәнәк кимәлендә һынала. Әле киләһе этап - клиникаға тиклемге тикшереү бара. Проект Рәсәй-Ҡытай гранты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ғалимдарҙан тыш, проектта Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм тикшеренеү һөҙөмтәһендә диссертация яҙыусы ординаторҙар ҡатнаша. Клиникаға тиклемге тикшереүҙәр уңышлы тамамланғанда, яңы дарыу киң ҡулланыуға сығарыласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова