“Айғыр” поезы менән өс мең кеше файҙаланған

Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Туристар араһындағы иң популяр транспорт төрө булған электричка хәрәкәте 1 майҙан тергеҙелде. Йәй дауамында ул Өфө менән Белорет араһын тоташтырып, халыҡты Иҙелбашына ташыясаҡ. Айғыр ҡаяларын күрергә теләгән сәйәхәтселәр өсөн 4  вагондан торған состав әҙерләнә.