Режиссер белдереүенсә, буласаҡ картина “Дәрүиш-Хан”, “Майҙан” һәм “Рух” төркөмө тарихына нигеҙләнә. – Башҡорт рок музыкаһы уникаль күренеш. 90-сы йылдар аҙағында ижад ителгән йырҙар бөгөн дә актуаль. Мин был хәрәкәт тураһында тамашасыға еткергем килә, ти Айнур Асҡаров.