Ағиҙел буйында нефтселәр аллеяһы булдырылды

«Роснефть» составына ингән «Башнефть» ойошмаһы Өфөлә Башҡортостан нефтселәренең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөнә арналған асыҡ фотокүргәҙмә ойошторҙо. Экспозиция «Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы скверында урынлашҡан. Шулай уҡ Ағиҙел буйында башҡорт нефтселәренең иҫтәлекле Аллеяһына нигеҙ һалынды. Еңеүҙең 80 йыллығына арнап ағас ултыртыуҙа республика хөкүмәтенән рәсми кешеләр, компания хеҙмәткәрҙәре, «Беренселәр хәрәкәте» уҡыусылары ҡатнашты.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына «Башнефть» компанияһы герой-фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә бөтәһе 90-дан ашыу сара әҙерләне, улар иҫәбендә байрам концерттары, ижади һәм патриотик конкурстар, спорт ярыштары, экологик һәм башҡа төрлө акциялар.