Өфө кадеттары сафта ҡорал менән эш итеү алымдарын күрһәтә

Ҡарауылдарҙы айырыу тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. 15-17 йәшлек ватан һаҡсылары ҡорал менән эш итеү мәҙәниәтен һәм күнекмәләрен үҫтергән күнегеүҙәр комплексын башҡарҙы. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тантаналы марш менән үтте. Кадет корпусында билдәләүҙәренсә, баш ҡалала йәшәүселәр бындай алымдарҙы күргәне булмаған. Бығаса уны Волгоград гарнизонының почетлы ҡарауылы ғына Мамаев ҡурғанында башҡара ине. Әйткәндәй кадеттарҙың күрһәтмә сығыштарын бөгөн һәм иртәгә лә ҡарарға мөмкин. Совет майҙанында ул көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем дауам итә.