Еңеүҙең 80 йыллығына – фронтовик ғалимдар хаҡында йыйынтыҡ

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ғалимдар өлөшө. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фәнни мәҡәләләрҙән торған йыйынтыҡтарҙың исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡтарға фронтовик ғалимдар тураһында ижади портреттар ингән.

Әхнәф Харисов, Ғилемдар Рамаҙанов, Мөхәмәтйәров Хәй һәм башҡалар тураһындағы мәҡәләләрҙә авторҙар уникаль мәғлүмәттәр килтерә.