Түбәнге Ләмәҙҙә батыр һалдатҡа иҫтәлек: Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды

Еңеү көнө алдынан Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында совет һалдаты Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Хәтип Нариман улы 1942 йылда 20 йәшендә фронтҡа китә, аяуһыҙ һуғыштың бар ауырлыҡтарын кисереп Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Мемориаль таҡтаташты асыу сараһында ветерандың туғандары һәм яҡындары уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ил именлеге өсөн башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.