Өфөнән яугирҙарҙың бер төркөмө МХО биләмәһенә юлланды

Бөгөн Өфөнән бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» бой һарайы алдындағы майҙанда уларҙы яҡындары һәм туғандары оҙатты. Хәрбиҙәр ике аҙналыҡ отпускала ғаилә мсьәләләрен хәл итеп тә, көс туплап та өлгөргән. Алғы һыҙыҡҡа улар үҙ әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәре өсөн посылкалар ҙа алған. Яугирҙар билдәләүенсә, фронтта улар бер ғаиләгә әйләнгән. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт урынына тиклем республика бүлгән автобустарҙа бара. Уларҙы Дәүләт автоинспекцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмтәкәрҙәре оҙата.