Асҡын халҡы яугирҙарҙы хәстәрләй

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам алып барған. Ул Мариуполь, Донецк, Красный Луч, Луганск һәм башҡа ҡалаларҙа хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәр менән осрашҡан. “Һәр һалдаттың ҡулын ҡыҫтым. Уларға батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт әйттем. Яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән тәбрик иттем. Мәктәп уҡыусылары ебәргән откырткаларҙы тапшырҙым. Бөтә яугирҙарҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйем. Уларҙы тыуған яҡта Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип яҙған телеграм каналында Динис Йосопов.