Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ил буйынса бер юлы 80 Мәңгелек ут һәм Хәтер уттары тоҡандырылды. Саҡмағош районындағы мемориал да тәбиғи газға күсерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, Мәңгелек уттың Еңеү символы булыуын билдәләне. Еңеүселәр быуынына оло ихтирам билдәһе.

Ил президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын йөҙҙән ашыу Мәңгелек ут һәм «Хәтер уттары тәбиғи газға тоташтырыла. 9 май алдынан Саҡмағош ауылындағы Еңеү паркында ла тантаналы сара - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың балалары, ейәндәре мемориалға ут ҡабыҙҙы. Хәҙер ул өҙлөкһөҙ эшләйәсәк.

«Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусыларҙы телекүпер режимында Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев сәләмләне. Быйыл күләмле проект 21 февралдә Алтай республикаһының Майма ауылында старт алғайны, артабан маршрут илдең төрлө төбәктәре - барлыҡ федераль округтар буйлап үтте. Акция барышында 130 мемориаль комплексҡа зәңгәр яғыулыҡ килде, уларҙың 80-ендә бөгөн тотош ил буйынса бер юлы ут ҡабынды. Сараның төп ойоштороу майҙансығы - Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Торналар» мемориалы.

Ут махсус капсулала Өфөләге Еңеү паркынан килтерелгәйне. Саҡмағоштағы мемориалда утты ҡабыҙыу хоҡуғы Флүрә Сәлиховаға ла тапшырылғайны, уның атаһы Дан орденының тулы кавалеры Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлихов. Уҡсылар полкы разведчигының исеме Еңеү паркындағы бюстта ла мәңгеләштерелгән.

Һәр ғаиләнең үҙ геройы тарихы бар, ут янғанда хәтер ҙә мәңге йәшәй. Быуаттар аша уны һүндермәй, өҙлөкһөҙ яндырыу кешелектең мөһим бурысы. Саҡмағоштар ҙа бөйөк еңеү көнө алдынан тарихи ваҡиға шаһиты булды - ҡаһарман яҡташтары тураһындағы хәтирәләрен яңыртты, уларға мәңгелек дан - исемдәре мемориаль таштарға уйып яҙылған.

Саҡмағош ауылында Мәңгелек утты тоҡандырыу тантанаһы илһөйәрлек рухында үтте. Еңеү символы булған иҫтәлекле объекттарға иғтибар арта ғына.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Саҡмағош ауылындағы ғаилә ялы паркын да ҡараны. Еңеү көнөнә арналған күргәҙмә, мәктәп музейҙарының күсмә экспозициялары менән танышты. Ошонда уҡ республика етәксеһе район үҙәктәрендәге үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндереү буйынса программа булдырыласағын да иғлан итте. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына тейешле документтар әҙерләү бурысы ҡуйылған. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү - Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

Гөлназ Хәйбуллина