Радий Хәбиров МХО яугирҙарының ғаиләләренә Шайморатов орденын тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Cаҡмағош районында махсус хәрби операцияла һәләк булған 8 яугирҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға улдарының хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. «Ысын геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау, исемдәрен мәңгеЛәштереү, ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ», -тине Радий Хәбиров. Муниципалитеттар етәкселеге лә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп терәк булырға тейеш тип билдәләнде.

Төбәк етәксеһе Өфөнөң үҙәк майҙандарында махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориал төҙөләсәген белдерҙе. Шулай уҡ һәр район-ҡалала Хәтер аллеялары, һәйкәлдәр барлыҡҡа киләсәк.