Өфөлә илдең бөтә төбәктәрен берләштергән «Тормош уты» Бөтә Рәсәй факел эстафетаһы этабы үтте

Эстафетаны «Импакт» хәйриә фонды һәм «Тормош уты» социаль башланғыстарға ярҙам фонды менән берлектә Рәсәй федераль медицина академияһы башлап ебәргән.

Акцияның маҡсаты-лейкемия һәм башҡа ауыр сирле пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу өсөн федераль һөйәк мейеһе донорҙары регистрына яңы донорҙар йәлеп итеү. Генетик яҡтан яраҡлы донор табыу ихтималлығы 10 меңгә 1 осраҡ ҡына тәшкил итә. Ярыштар башланған мәлдә 120 мең потенциаль донор булған, бөгөн был һан биш йөҙ меңгә еткән. Һөйәк мейеһе донорҙары федераль регистрына инеү өсөн 256 кеше килде.

Эстафетаға донъя рекордсыһы һәм марафонсы Артем Алискеров старт биргән. Билдәле активист үҙе йәшәү өсөн көрәшә. Ул 31 курс химия терапияһы алған. Әммә яман шеш уның рухын һындырмаған. Һөйәк мейеһе донорлығы амбассадоры булып, Артем был проблеманы әүҙем пропагандалай һәм кешеләрҙе донор булырға саҡыра. Хәҙер Артем үҙенең миҫалы менән мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡлығын иҫбатлай. Проекттарҙың һөҙөмтәләрен ир километрҙар менән түгел, ә ҡотҡарылған ғүмерҙәр менән һанай. Өфө «Тормош уты»н ҡабыҙған 24-се ҡала. Киләһе ҡала- Ырымбур. Факел Алыҫ Көнсығышҡа тиклем барып етәсәк.

Был факел 100 ҡаланы урап сығасаҡ. Эстафетаның маҡсаты- һөйәк мейеһе донорҙарын күберәк йәлеп итеү. Бер нисә миллилитр ҡан тапшырып тотош ғүмерҙе һаҡлап ҡалып булыуын донор була алған һәр кеше аңларға тейеш.

Артем Алискеров, Рәсәйҙә һөйәк мейеһе донорлығы амбассадоры, «Тормош уты» дөйөм милли эстафетаһы хедлайнеры