«Роснефть» компанияһы составына ингән Башнефть-Уфанефтехим, Башнефть-УНПЗ, Башнефть-Новойл; «Өфөоргсинтез», «Башнефть-добыча», «Башнефть-Розница» ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотларға әҙерләнә. Еңеүҙең 80 йыллығында хеҙмәткәрҙәрҙең балалары «Тыныслыҡ өсөн рәхмәт» акцияһында ҡатнашты. Төшөргән открыткаларҙа балалар өлкәндәргә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләй. Ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү – компанияның социаль эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. «Ветерандарға – йөрәгебеҙ йылыһы» ирекмәндәр акцияһы 2012 йылдан даими уҙғарыла. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары компанияның айырым хәстәрлегенә алынған. Ветерандарға байрам көндәрендә коллектив килешеү буйынса түләүҙәр башҡарыла. Шифахана-курорт һауыҡтырыу программалары ҡаралған. Шулай уҡ 2020 йылдан торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы компенсациялау маҡсатында ай һайын матди ярҙам түләнә.