Башҡортостанда студенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү йолаһы тергеҙелә

Радий Хәбиров  белдереүенсә, бындай сараны йыл һайын сентябрь башында уҙғарыу планлаштырыла. - Тантананы Көрәш һарайынан үткәрергә тәҡдим итәбеҙ.  Башҡортостанда йәштәр өсөн күп саралар бар. "Студент яҙы" һәм спартакиада уҙғарыуға ҙур иғтибар бүленәсәк, - тине Радий Хәбиров.