Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам тапшырылды

Хәрби ялан шарттарында юғары үтеүсәнле уазик, генераторҙар, бензин менән эшләүсе бысҡылар, иретеп-йәбештереү аппараттары бөтәһе лә һалдаттар үтенесе буйынса йыйылған. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаған яугирҙарға кәрәкле төҙөлөш материалдарын һәм техниканы «Стратег» төҙөлөш компанияһы етәксеһе һәм хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә һатып алған.

Илебеҙ йылъяҙмаһындағы мөһим тарихи дата Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан был буханка вазигы алғы һыҙыҡҡа Сергей Зорин исемендәге танк батальонына оҙатыласаҡ 10-сы техника. Унда Өфөнөң Октябрь районынан һәм Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларынан егеттәр хеҙмәт итә. Май байрамдарынан һуң яугирҙарға тағы ла 5 автомобиль һәм кран оҙатыу күҙаллана.