Фронтовик йәшәгән ихатала парад. Баш ҡаланың Киров районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Фәхретдинов өсөн шәхси парад ойошторолдо. Сафтан баш кадет һәм Шайморатовсылар кластары уҡыусылары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре һәм курсанттар үтте.
Парад ҡарарға сыҡҡан Әсхәт Ғәлләм улы был тиклем иғтибарға баҙап ҡалды. Ошо хәтлем ихтирамды көтмәгәйнем дә, ти ул. Ветеранды тотош ихата халҡы, район етәкселеге, уҡыусылар тәбрикләргә килгән. 99 йәшлек фронтовик барыһына ла оло рәхмәтен еткерҙе. Һеҙгә, балаларға, яҡты йөҙҙәргә ҡарап киләсәк өсөн һуғышҡан Совет һалдатарының өҙөлгән ғүмерҙәре бушҡа булмауын аңлайым, тине Әсхәт Ғәлләм улы.
Балаларҙың тигеҙ сафта үтеүен Әсхәт Фәхретдинов менән бергә һуғыш осоро балалары, тыл ветерандары ла күҙәтте. Халыҡта карап тип йөрөтөлгән күп фатирлы бер йортта ғына 97 һуғыш осоро балаһы һәм 6 тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Киров районы етәкселеге уларҙың һәр береһенә оло ихтирам күрһәтеп бүләк таратты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар өлкәндәр өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә мөһим.