Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына – геройҙарға бағышланған тәҙрәләр

Өфөнөң Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицей уҡыусылары Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын мәғариф усағы тәҙрәләрен атай-олатайҙарының портреттары менән биҙәп ҡаршылай.

Дәрес алдынан уҡыусылар тантаналы линейкаға йыйылды. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары Аргентина Корноухова менән Леонид Селянинға бирелде. Ҡунаҡҡа саҡырылған махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы «Ямайка» ҡушаматлы яугир сығыш яһап мәктәп уҡыусыларының йылы йөкмәткеле хаттары, тылдан ярҙам Рәсәй һалдаттарына рух көсө өҫтәй, Еңеүгә ышаныс бирә, тип билдәләне. Артабан осрашыу «Мөһим һөйләшеү» форматында «Ямайка» ҡушаматлы яугирҙың ҡыҙы белем алған 1-се класста дауам итте.