Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡ районынан алынған һалдаттың туғандары, уның һәләк булған ерен табып, тыуған төйәге тупрағын һалды. Смоленск ерендә ҡалған яугир яҡташыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.
Был егеттәргә быйылғы яҙ матур яңылыҡ алып килде. Бынан хәтһеҙ йылдар элек улар һуғышта ҡалған оло ҡартаталарының яу юлын эҙләп тапһа, быйыл ағалы- ҡустылы туғандарҙың икәүһенә Смоленск еренә барып ҡайтыу бәхете тәтене.
Ә барыһы ла интернет селтәренән, ундағы эҙләү сайттарынан башлана. Туғандарҙың береһе быға бер- нисә йыл сарыф итә. Сөнки документтарҙа мосолман фамилиялы яугирҙарҙың исемдәре яңылыш яҙылған була.
Баймаҡ районынан һуғышҡа алынған Заһитулла Ишбулатов 36-сы айырым уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә һәм 1942 йылда Смоленск өлкәһе Кордюков ауылы янында һәләк була. Бөгөн уның исеме лә туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған стелаға уйып яҙылған.
Һарғайып бөткән, өсмөйөшлө һалдат сәләме. Тылдағыларҙың өмөтө һәм ышанысы. Тап ошондай урманда Заһитулла олатай икенсе һәм һуңғы хатын яҙа:”Был яуҙан сығып булмаҫ, бәхил булығыҙ,- тигән ул.
Заһитулла Ишбулатовтың вариҫтары Смоленск еренән дә ағас һәм тупраҡ алып ҡайта. Ул Темәс ауылында, ҡарт һалдаттың ҡатыны ерләнгән зыяратҡа һалына.
Заһитулла ҡартатайҙың исеме уның бер бүләһенә ҡушылған. Шуныһы ғәжәп, һалдаттың рухын иҫкә алған көндәрҙә, Заһит та әрме сафынан ҡайтып төшә.
Г. Ишбулатова