Республиканың балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары йәйге ялға балаларҙы ҡабул итеүгә әҙәерләнә

Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында дүрт профилле смена ҡаралған. Уҡыусылар өсөн дүрт корпус эшләй, уларҙың икеһе модулле. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре биналарҙағы микроклиматты үлсәй. Дымлылыҡ, яҡтылыҡ тикшерелә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарҙың үтәлеүе ҡарала. Лагерь Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып былтыр илдең иң яҡшы лагеры исеменә лайыҡ булған. Сираттағы миҙгелдә лә уҡыусыларҙы күңелле һәм файҙалы ял көтә.

Беҙҙең лагерға йәйге ялға юлламалар ике аҙна эсендә һатылып бөттө. Балалар бөтә республиканан ғына түгел, Санкт- Петербургтан, Ханты- манси округынан да киләсәк.

Мария Суворова, «Аҡсарлаҡ» балаларҙы һауыҡтырыу лагеры директоры

Быйыл йәйге каникул мәлендә Башҡортостанда 1700 лагерь эшләйәсәк. Балаларҙы һауыҡтырыу, мәктәп һәм хеҙмәт лагерҙарында тематик сменалар ҡаралған. Хәүефһеҙлек һәм санитар талаптар үтәлеше тикшерелә, штат туплана.

Йәйге миҙгелде асыуға әҙерлек тулы кимәлдә бара. Быйыл беҙҙең лагерҙарҙа республика уҡыусыларынан тыш Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан һәм Беларусиянан балалар ял итәсәк.

Инесса Косолапова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары