Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла

Талҡаҫ күле эргәһендә һаулыҡ һәм ял өсөн шарттар. Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла. Капиталь ремонттан һуң учреждение йыл әйләнәһенә эшләр тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта лагерь биләмәһендә төҙөүселәр йөҙ урынлыҡ тиҙ төҙөлә торған ике корпус ҡорай. Ошо маҡсатта ил, республика һәм район бюджетынан 86 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Реконструкция барышы хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был металл конструкцияларҙы йыйғанда монтажлаусыларҙан айырыуса теүәллек һәм таһыллыҡ талап ителә. Ныҡлы ҡоролған нигеҙгә металл конструкциялар нығытыла. Биналар һәм ундағы бүлмәләр балалар йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефҙеҙ буласаҡ. Һәр бер корпуста ашхана, йоҡо һәм айырым йыуыныу бүләмәләре, ашхана буласаҡ.

Тимер ҡоролмаларҙы һуңынан сэндвич-панель менән ҡаплаясаҡбыҙ. Бөтәһе дә дәүләт стандаттары буйынса нығытыла. Тимәк, балалар өсөн был биналар уңайлы , йылы, иркен һәм бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмаясаҡ.

Артур Мырҙаханов, монтажлаусы

Баймаҡ районында «Орленок» балалар лагеры инфраструктураһы йылдам темтар менән яңыртыла.Монтажлаусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 98 урынлыҡ ике торлаҡ корпус төҙөргә һәм инженер селтәрҙәре үткәрергә тейеш..

Дүртенсе корпуста әлеге ваҡытта ремонт тамамланған. Хеҙмәткәрҙәр биналарҙы ремонттан һуң йыуыу һәм йыйыштырыу эштәре менән мәшғүл.

54 кешегә, балаларға бүлмәләр әҙер . Уларҙа бөтә шарттар ҙа бар, «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагеры тарихы Бөйөк Ватан һуғышы алдынан башлана. Ошо йылдар дауамында Талҡаҫ буйында бер-нисә быуын балалары һаулығын нығытҡан. Лагерҙы яңыртыу менән «Орленок»та яңы һулыш аласаҡ.

Балалар һауыҡтырыу һәм ял лагерын йыл әйләнәһенә эшләтеү ҙә күҙаллана. Хәҙер учреждениеға тағы ла күберәк балалар - йәйге ял осоронда алты йөҙ урынына туғыҙ йөҙгә яҡын малай һәм ҡыҙ килеп ял итә аласаҡ.

Районда 7-15 йәшлек ете меңдән ашыу бала бар. Барыһы ла ял итеүгә, һаулығын нығытыуға мохтаж.Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм махсус хәрби операция яугирҙары ғаиләлре балалары ла беҙҙә ял итәсәк.

Әлфиә Ураҙаева, «Орленок» балалар лагеры директоры

Малай-ҡыҙҙар Башҡортостандың хозур төбәгендә әүҙем һәм уңайлы ял итә алһын өсөн төҙөүселәр ике сменала йылдам эшләй. «Орленок»та монтажлау эштәре май аҙағына, каникул башланыуға тәүге ял итеүселәрҙе ҡабул итер алдынан тамамланырға тейеш..

Балаларҙың йәйге ялы иҫтә ҡалырлыҡ һәм хәүефһеҙ булырға тейеш, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров. «Орленок» лагерында төҙөлгән ике яңы корпус та малай-ҡыҙҙар йәшәү өсөн заманс ҡорамалдар ярҙамында тиҙ төҙөлә торған конструкциялар ярҙамында ҡорола. Обьект йәйге каникулдар башланыуға файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова