Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Оло юғалтыу. Дәүләт думаһы депутаты Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кем уның һөнәри һәм кешелеклек сифаттарын иҫкә алды. Бер нисә аҙна элек кенә «Башҡортостандың атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған сәйәсмән 73 йәшендә арабыҙҙан китте.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Павел Качкаев Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланғандан һуң да ул барыбер “халыҡсан мэр” булып ҡалды тип билдәләне. Ниндәй генә вазифала эшләмәһен ул Өфө граждандарына төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Төбәк етәксеһе Павел Качкаевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып яҡын арала уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуясағын хәбәр итте.
Павел Качкаев 2006-2011 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй. Был осорҙа баш ҡалала Конгресс-холл, Өфө-арена кеүек ҡеүәтле объекттар төҙөлә, тимер юл вокзалы, аэропорт һәм башҡа биләмәләр тәртипкә килтерелә.
Дәүләт структураһы өсөн Павел Качкаев һөнәр оҫтаһы, тәжрибәле етәксе, яуаплы һәм күп яҡлы шәхес булараҡ иҫтә ҡаласаҡ. Ә яҡындары уны иғтибарлы атай, тормош иптәше, ышаныслы һәм ихлас дуҫ тип билдәләй.Өфө тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Павел Качкаев баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнде.
Флорида Ким