Күләмле акциялар, байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, парад, «Үлемһеҙ полк» сафтары үткән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә әҙер булыуы шарт, тине Радий Хәбиров.