Асфальтты яңыртыу «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы башҡарыла. Әле подрядсы ойошма юлдың өҫкө ҡатламын түшәй, яҡын арала барьер ҡоймалар уратыу, юл ситен нығытыу башлана. Юл төҙөлөшө материалы менән Серафимовский ауылындағы асфальт-бетон заводы тәьмин итә. Әлеге ваҡытта бер мең 400 тонна асфальт түшәлгән. Объектты киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Әммә төҙөүселәр эште быйыл тамамларға иҫәп тота
Быйыл Шаран-Яңы Балтас-Андреевка юлының 12 километр арауығын ремонтлау ҡаралған. Төҙөлөш Шаран, Саҡмағош һәм Илеш райондарындағы биш участкала башҡарыласаҡ. Тәүлегенә был трасса аша бер мең ике йөҙ тирәһе автомобиль үтә.