Башҡортостанда Бөйөк Еңеү байрамында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә

Республика  террорға  ҡаршы комиссия ултырышында  тейешле  күрһәтмә бирелде.  Радий Хәбиров  белдереүенсә,  Бөйөк  Ватан һуғышында  еңеүҙең 80 йыллығы  илебеҙ өсөн иң мөһим байрам.  -Тантаналы сараларҙа һәм акцияларҙа  халыҡ  күпләп ҡатнашасаҡ.  Беҙ төрлө  хәлдәргә  әҙер булырға тейешбеҙ, - тине  Радий  Хәбиров.