Өфөлә Еңеү парады иртәгә сәғәт 10-да башлана. Артабан «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте дауам итә. Колонна иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем теҙелә, шунан һуң - бер минутлыҡ тынлыҡ. Сара 11-се 12 минутта башлана һәм сәғәт 1-ҙәр тирәһендә тамамлана. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, унда 200 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Был төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән әһәмиәтле сара. «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашыусылар тантаналы рәүештә Октябрь проспекты буйлап Галле ҡалаһы исемендәге урам киҫелешенән Кольская урамына тиклем бара. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо - яҡынса алты километр.