Ишембай районы Әхмәр ауылы «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды

Башҡортостан ауылдары «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды ла инде. Ишембай районы Әхмәр ауылында йәшәүселәр ата-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп мәктәптән алып ауыл үҙәгенә тиклем үтте.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар ҙа уҙған быуат геройҙары менән бер сафта барҙы. Бөйөк Ватан һуғышында Әхмәрҙән өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашҡан, тыуған яғына уларҙың яртыһы ғына имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөн обелиск эргәһендә ойошторолған митингта ҡаһарман яҡташтар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Шулай уҡ урындағы мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре концерт менән сығыш яһаны, майҙанда һуғыш йылдары йырҙары, шиғырҙар яңғыраны. Сара аҙағында ҡунаҡтарға һалдат бутҡаһы тәҡдим ителде.