Мәләүез районы Һарыш ауылында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолдо

Унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата - бабаларының портреттарын күтәреп урамдар буйлап үтте. Был төбәк бер юлы ике геройҙың - Миңлетдин Әминев менән Андрей Мигуновтың тыуған яғы.

Сара мәктәп ихатаһындағы Геройҙар майҙанында митингтан башланды, һуңынан ауыл халҡы Обелиск янында яугир-яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алды һәм яугирҙың исемдәре уйылған плита янында сәскә һалды. Ауыл мәҙәниәт йортонда байрам концерты ойошторолдо, сараларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һалдат бутҡаһы һәм хуш еҫле сәй тәҡдим ителде.