Бөгөн Өфөнән Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған автоуҙыш ойошторолдо. Өфөнөң йәмәғәт палатаһы уҙғарған акцияға йөҙҙәрсә кеше ҡушылды. Автоколонна Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙандан ҡуҙғалды. «Беҙ бергә» тип аталған патриотик акция тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Өфө фән һәм технологиялар университетында эшләүсе Асия Әҙиәтуллина сығышы менән Асҡын районынан. Ҡырмыҫҡалы районына автоуҙыш буласағын белгәс тә, ул сараға ҡушылырға ҡарар иткән. Ата- бабаларҙан килгән илһөйәрлек рухы бер ҡасан да һүрелмәй ти, ханым.
Автоуҙышта «Хәүефһеҙлек мәктәбе», «Беренселәр хәрәкәте», «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы», «Еңеү ирекмәндәре» һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Еңеү символикалары менән биҙәлгән автомобилдәр Салауат Юлаев майҙанына иртәнге сәғәт һигеҙҙән алып ағыла. Байкерҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Ғаиләләре һәм хеҙмәттәштәре менән бергә йыйылып килеүселәр бар.
Өфө ҡалаһында эшләүсе Автомәктәп тә патриотик акцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Автоуҙышҡа уларҙан егерменән ашыу автомобиль ҡушылған.
Шайморатов ауылындағы легендар шәхескә арналған һәйкәл янында Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә тантаналы митинг һәм концерт әҙерләнгән.
Тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм йәш быуынды патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара һәр кемдең күңелендә ғорурлыҡ хистәре уятты.
Рәмилә Исмәғилева