Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яуҙан ҡайтып мәрхүм булған яугирҙарға Хәтер мемориалы асылды.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаранйылға ауылынан 118 ир-егет фронтҡа киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған. Фронттан әйләнеп ҡайтҡан 54 ветерандың да иҫәндәре ҡалмаған. Әммә улар тураһындағы хәтер мәңгелек. Яу яланында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Ҡаранйылғала обелиск эшләп ҡуйырға ҡарар ителә. Был изге эш ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Кинйәбаева башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Район хакимиәте, ауылы халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштар был эшкә берҙәм ҡушылған.