Бөгөн илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Тарихи көн уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә Рәсәй президенты Владимир Путиндан ҡотлау килде. «Батырлыҡ, ихтыяр һәм рухтың ҡаҡшамаҫ көсө ата-бабаларыбыҙға Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡларға, нацизмды ҡыйратырға, Европаны һәм донъяны ҡотҡарырға ярҙам итте. Беҙҙең әхлаҡи, патриотик бурысыбыҙ - уларҙың үлемһеҙ батырлығына лайыҡлы булыу, Рәсәйгә намыҫ менән хеҙмәт итеү.
Ҡотлау телеграммалары шулай уҡ ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килде.