Радий Хәбиров республика халҡын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы. «Беҙ фронтта һуғышҡан яугирҙарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, ауыр һынауҙар кисергән һуғыш балаларының, фиҙаҡәр хеҙмәт менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан барлыҡ кешеләрҙең батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ, киләсәк быуындар өсөн өлгө буласаҡ. Һәләк булған һәм бөгөн дә беҙҙең менән байрамды бергә ҡаршылаған геройҙар алдындағы изге бурысыбыҙ - тыныслыҡты һаҡлау һәм фашизмдың яңынан баш күтәреүенә юл ҡуймау. Шуға ла һеҙҙең ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ илде яҡлап сыҡты. Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ныҡлы ышанабыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, күңел йылыһы, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем!», тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.