Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте

Бөгөн Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған парад үтте. Тантананы ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡараны.

Халыҡтың берҙәмлеген, Рәсәйҙең бөйөклөгөн һәм ҡеүәтен, илде һаҡлаусы быуындарҙың күсәгилешлеген, дәүләттең үҙаллығын күрһәтеүсе оло, мәртәбәле сара. Илдең ҡеүәте һәм рух сағылышы. Сараға килеүселәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотлап, бөгөн дә халҡыбыҙ нацизмға ҡаршы көрәшә Республика йәнә дөйөм Еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә тип билдәләне.

Тантаналы маршта үтеү һәр кем өсөн оло ғорурлыҡ. Парадта ҡатнашыу хоҡуғы иң яҡшыларға ғына бирелә. Бөгөн баш ҡаланың төп урамы - Октябрь проспектынан 31 парад расчеты үтте. Иртәнге сәғәттәрҙә һауа торошоноң боҙолоп тороуы ла ҡамасауламаны. Кәйефтәр күтәренкә, йөҙҙәрҙә йылмайыу ине. Сөнки кеше һәр тамашаға лә күнегеп, хистәре, мөнәсәбәте һүрелеп китә. Ләкин бер генә күренеш- хәрбиҙәрҙең, ветерандарҙың сафта үтеүен күпме генә күҙәтһәң дә тойғолар һүрелмәй. Киреһенсә, йылдар үтеү менән хистәр тағы ла сағыуыраҡ урғыла.

Еңеүселәр вариҫтарының тантаналы сафта үтеүенә меңдәрсә кеше шаһит булды. Хатта бәләкәй генә балалар ҙа ҡулдарына ата-бабаларының фотоһүрәтен тотоп килгән, улар был көндөң бар әһәмиәтен аңлап еткермәһә лә, ошо тантананан кескәй генә йөрәктәрҙә ғүмерлеккә эҙ ҡала. Тап шул мәлдә илһөйәрлеккә нигеҙ һалына ла инде.

Парадта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сығарылған һәм заманса хәрби техника ла үтте. Тантананы «Первушин» аэродром комплексының бәләкәй авиацияһы күрһәтмә сығыштары йомғаҡланы.