Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте

Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 12 майҙансыҡта үтте. Киске программа ҡалала әле лә дауам итә һәм ул төнгә тиклем барасаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итергә 157 мең кеше ҡушылды. Һүҙ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилеваға.

Стәрлетамаҡта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған төп саралар Ленин проспектында уҙҙы. Урра ҡысҡырыуҙар.. Гүйә, тарих тәгәрмәсе кирегә әйләнеп 80 йыл эллекке ваҡиғаларға алып ҡайты.

Тантаналы митингтан һуң проспект буйлап Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һәм хәҙерге хәрби техника -Танк Т-34, Газ-67 , Маз-Тополь, БМП-2 , Амфибия автомобиле һәм башҡа ҡеүәтле хәрби техника үтте. Ретро техника парадынан һуң стәрлеләр «Еңеү Вальсы» нда өйөрөлдө.

«Үлемһеҙ полк» акцияһына меңдәрсә кеше ҡушылды. Ҡала халҡы кесе авиация осошон ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Сәғәт икенән һуң 73-сө ҡала еңел атлетика эстафетаһы старт алды.

Киске байрам концерты Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында дауам итте. Күптән көтөлгән Бөйөк Еңеү байрамы йөрәктәрҙә еңеү рухын тағы ла көслөрәк нығытты.

Рәмилә Исмәғилева