Совет һалдаттарының вариҫтары 45-се йылдың яҙындағы Еңеү өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Улар бөгөн күтәренке кәйефтә үҙәк майҙандарҙа парадта, «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашты. Байрам саралары Башҡортостандың һәр төбәгендә уҙҙы. Мәсетле районынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Төрлө быуын вәкилдәрен берләштереүсе байрам. хәрби -патриотик клуб вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙаны буйлап тигеҙ сафта үтте. Еңеү Парадын Ҡораллы көстәр ветераны, запастағы подполковник Алмаз Әхмәҙиев етәкләне. Техника колонналары тамашасылар өсөн көтөп алынған күренеш булды. Сараға район үҙәгенән генә түгел, төрлө ауылдарҙан да йыйылдылар.
Мәсетле районынан Бөйөк Ватан һуғышында 5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында - Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латипов, партизандар отряды етәксеһе Вафа Әхмәҙуллин бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле районда бер фронтовик та ҡалмаған. Ҡаһарман ата-олаталарын уларҙың вариҫтары - махсус хәрби операция яугирҙары алмаштыра. Тыл ветерандары менән әлеге һалдаттар байрам сараһының төп ҡунаҡтары.
«Үлемһеҙ полк» ка күптәр балалары менән сыҡты. Зилиә Фәтҡуллина ейәндәре Аҡназар менән Тимербулатты илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсаты һанай .
Тотош Совет иле менән бергә Мәсетле районы ла дәһшәтле йылдарҙа ауыр һынауҙар үтә. Фашистарға ҡаршы һуғышыусы һалдаттарға ярҙамлаша. Район халҡы тарафынан оборона һәм Ҡыҙыл Армияға йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Мәсетле районы фронт һыҙатынан эвакуацияланған 650 кешене ҡабул итә.
9 майға бағышлап Оло Ыҡтамаҡ ауылында сағыу концерт һәм театрлаштырылған программа ла әҙерләнгән. Ҡунаҡтар һалдат бутҡаһы менән һыйланды. Байрам «Еңеү Вальсы» менән тамамланды.
Әлфинә Килдейәрова