Өфөлә йөҙөүсе-ҡотҡарыусыларҙы әҙерләй башланылар

Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәйен пляждарҙа даими дежур ойошторола. Әле йөҙөүселәр әҙерлек  үтә. Һыуға батҡандарға, башына эҫе  ҡапҡандарға тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса  күнекмәләр уҙғарыла.  Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.