Округ йәштәре йыйыны быйыл Һамар өлкәһендә июль аҙағында уҙғарыла. төп тема - тарихи хәтерҙе һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау. Беҙҙең республика делегацияһы был форумда 2013 йылдан алып ҡатнаша. Һуңғы биш йылда Башҡортостан йәштәре тәҡдим иткән проекттар 250 миллион һумға лайыҡ булған.