Радий Хәбиров Еңеү көнөн байрам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн республика халҡына рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнөн байрам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн республика халҡына рәхмәт белдерҙе. Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙҙы. «Үлемһеҙ полк» акцияһы барлыҡ ҡала-райондарҙа ла үтте. Был илебеҙ өсөн иң мөһим байрам. Бөтә ойоштороусыларға, тәртип һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеүселәргә рәхмәт. Һәм тағы ла бер тапҡыр төп геройҙарға - хөрмәтле ветерандарыбыҙға ҙур рәхмәт, тип яҙған Башҡортостан башлығы.