Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына. Шаран районы Күгәрсенбүләк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды.
Төҙөлөшкә 300 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған, сығымдарҙың яртыһы - халыҡ булышлығында, ҡалғаны «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында ҡапланған. Хәтер таҡтаһында Түбәнге Зәйет ауыл советының өс ауылынан 266 Ватан һаҡсыһы исеме мәңгелештерелгән.
Ошондай уҡ объект райондың Сәкәнтамаҡ ауылында ла асылды. Быға тиклем ауылда мемориаль комплекс булмаған. Яңыһының төҙөлөшө апрель аҙаҡтарында башланып, 9 май алдынан тамамлана. Гранит плитәләрҙә Сәкәнтамаҡ һәм әле юҡҡа сыҡҡан Красная Горка ауылынан нацистарға ҡаршы көрәшкән 112 яугир исеме уйылып яҙылған. Уларҙың яртыһы яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Хәтер таҡтаһын асыу тантанаһында 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәтип Ғирфанов ҡатнашты. Уҙаман мемориал комплексты төҙөүгә матди өлөш тә индергән.