Өфө-Ырымбур трассаһының Салауат ҡалаһы тәңгәлендә үлемесле авария теркәлде

Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юғары тиҙлектә барған «Опель Астра» юлдан сығып осҡан. Ҡотҡарыусылар машинаны ҡырҡып, водителде һәм ике пассажирҙы сығара. Уларҙың барыһы ла төрлө кимәлдә йәрәхәтләнгән. Тағы бер 20 йәшлек пассажирҙың ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Авария сәбәптәре асыҡлана.