Ҡотҡарыусылар «Дуҫлыҡ» баҡсасылығында һәм Иҫке Ҡыбауҙа янғынға ҡаршы тикшереү үткәрҙе

Уҙған тәүлектә Яңауылда теркәлгән янғында 43 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Әле белгестәр ағас йортта ут сығыу сәбәптәре буйынса тикшереү алып бара. Байрамдар осоронда ҡотҡарыусылар ут менән һаҡ булырға кәңәш итә. Фажиғәле осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында инспекторҙар профилактик рейдтар ойоштора. Иглин районында рейдтар «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә һәм Иҫке Ҡыбау ауылында үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

«Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр шәмбе иртәһен инспекторҙар менән аралашыуҙан башланы. Белгестәр байрам осоронда янғын сығыу ихтималлығы юғары булыуын иҫкәртеп, хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә саҡырҙы. Баҡсасылыҡ ширҡәтендә даими йәшәгән һәр кемдең йортонда янғын иҫкәртеү ҡоролмалары булырға тейеш. Инспекторҙар менән профилактик әңгәмәләр Иҫке Ҡыбау ауылында ла ойошторолдо.

Май байрамдарында халыҡ ғәҙәттә, шешлек ҡыҙҙырыу өсөн ут яға. Башҡортостанда 18 апрелдән ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы урман-яландарҙа, ихаталарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр өсөн 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф, ә янғын сыҡҡан осраҡта ғәйепле граждандарҙы яуапҡа тарттырыу ҡаралған.

Уҙған тәүлектә Яңауыл ҡалаһында янғын сығып бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡотҡарыусылар ағас йортта янғынды һүндергәс 43 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Инспекторҙар ут менән һаҡ булырға кәңәш итә. Янғынды һүндереүҙән иҫкәртеү саралары күпкә хәйерле.

Флорида Ким