Донъя буйлап сәйәхәт. Баймаҡ районынан Ғәзим Мөхәмәтйәнов мотоциклда 16 илде урап ҡайтты. Грузиянан башланған оҙайлы сәфәр Иран, Һиндостан, Таиланд һәм Сәғүд Ғәрәбстанын да үҙ эсенә алды. Дүрт ай эсендә замандашыбыҙ 37 мең километр самаһы юл үтә. Сәйәхәтсе үҙенең ҡайҙа булыуын, ниндәй мажараларға тарыуы менән социаль селтәрҙәрҙә даими таныштырып барҙы. Тыуған еренә аяҡ баҫыу менән башҡорт байкеры үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Ғәзим Мөхәмәтйәновтың ҡайһы тарафтарҙа булыуын флагтарға ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Оман сиген үтеү менән ул мотоцикл тәҙрәһенә 12-се илдең дәүләт символын йәбештерә. Тропик климатлы ил яҡташыбыҙҙы йәйге селлә менән ҡаршы алған. Бындай эҫенән диңгеҙ генә ҡотҡара ала.
Амманда мотосәйәхәтсе Фәриҙә инәһенең ғаиләһендә ҡунаҡта була. Ханым тормош иптәше менән Ростовта уҡығанда таныша һәм Иорданияның баш ҡалаһына күсеп килә. Хужалар алыҫтан килгән ҡунаҡты ихлас күңелдән ҡабул итә, традицион ризыҡтар менән матур өҫтәл әҙерләй. Меңдәрсә километр ситтә йәшәһә лә Фәриҙә апай үҙенең башҡорт милләтенән булыуын бер ваҡытта ла онотмай.
Иорданиялағы сәфәр шыма ғына бармай. Ираҡ яғына юл тотҡанда артҡы тәгәрмәс соҡорға төшә, һөҙөмтәлә дисктың бер өлөшө ярыла.
Тәгәрмәсте урында ремонлау мөмкинлеге булмай. Шуға ла мотоциклды машинаға тейәп Амманға кире барырға йәки Багдадҡа тиклем етергә тигән һорау килеү тыуа. Ғәзим Мөхәмәтйәнов Ираҡты һайлап бер ҙә яңылышмаған. Уның юлына бик күп изге кешеләр осрай, хатта полиция хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам ҡулы һуҙа.
Багдад эргәһендәге оҫтаханаларҙың береһендә дисткты ремонтағандан һуң башҡорт байкерының сәфәре дауам итә. Оҙон юлда ул төрлө урындарҙа йоҡлай, кафеларҙа туҡлана ҡайһы берҙә үҙенә лә бешерергә тура килә. Айырым ҡунаҡханаларҙың парковкаһы булмай, шуға ла проблеманы ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән хәл итә.
Замандашыбыҙ Мәскәү политехник университетын тамамлаған. Студент сағында уҡ электр мотоциклдары, башҡа заманса ҡорамалдар проектын эшләгән. Алтын ҡуллы, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән Ғәзимгә уҡыу йортонда эш урыны тәҡдим иткәндәр, һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ үҙе белем алған университетта ҡалған. Әле ул отпуск алып мотоциклда донъя гиҙергә сыҡҡан.
Сәйәхәсе Өфөләге таныштары һәм фанаттары менән Салауат Юлаев майҙанында осрашты. Аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң ул илдең баш ҡалаһына юл тотто. Рулгә улттырыр алдынан байкер бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап бирҙе.
Илдар Байбулатов