Өфөлә Ағиҙел йылғаһы бер тәүлектә 24, Шакша биҫтәһендә Өфө йылғаһы 14 сантиметрға ҡайтҡан. Нөгөш һыуһаҡлағысы тулған, Йомағужа һәм Павловка транзит режимында эшләй, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Республикала уҙған тәүлектә урман янғыны һәм ҡоро үләнгә ут тоҡаныу осрағы теркәлмәгән.